Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Узянбаев Ильназ

22.06.1984 Хозур тәбиғәтле Шығай ауылында тыуғанмын.Бала саҡтан йыр-моңға сорналып үҫкәнгәлер инде 9 сы синыфтан һуң Учалы сәнғәт училищеһына Ҡурай бүлегенә уҡырға индем.Уҡып бөткәс тыуған ауылымда мәҙәниәт йортонда эшләргә насип булды.

2008 йылда Учалы районының Ләйсән халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә керҙем.10 йыл ошо ансамблдә эшләгән осорҙа Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен төрлө сит илдәрҙә лә Ләйсән ансамбле менән сығыш яһарға бәхет тейҙе(Америка,Мексика,Италия,Сирия,Чехия,Казахстан) шулай уҡ илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә лә ҡурай моңдарын яңғыратырға форсат тейҙе.2017 йылдан ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлө уҡ атыуҙы ентекләберәк өйрәнә башланым,хәҙерге көндәрҙә уландарым менән бергәләп уҡ атабыҙ Аллаға шөкөр.

Башҡортостаныбыҙҙа «Мәргән Уҡсы»ойошмаһы эшләп килә етәксеһе Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин.Әлеге көндә 1000 яҡын уҡсылар бар.Был шөғөл күңелемә тәү күреүҙән,тәү атыуҙан ныҡ ятты сөнки ул беҙҙең ҡандалыр тип уйлайым.Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса беҙҙең ата-бабаларыбыҙ электән яуҙала,һунарҙа ла уҡ һаҙаҡты ҡулланған, шулай уҡ минең олатайым,апаларымда һунарсы булдылар,шуға ла ысын күңелдән шөғөлләнәбеҙ,киләһе быуында дауам итергә тейеш.Шулай уҡ атта ла сабып атабыҙ.Әлбиттә әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе бар.Республикабыҙҙа төрлө бәйгеләр үткәрелеп тора,барыһындала ҡатнашырға тырышабыҙ.

0 комментариев

Пока нет комментариев

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *