Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Шарафитдинова Сагира Сабирьяновна


Шарафитдинова Сагира Сабирьяновна родилась 28 марта в 1963 году в д. Шигаево. Писательница, с 2019 года является членом Союзов писателей Российской Федерации и Республики Башкортостан, Евразийской творческой гильдии. Имеет три авторские книги: сборник рассказов «Ҡибла ҡайһы яҡта» («На какой стороне горизонт») (2019 год), «Упҡын» («Обрыв») (1996 год), сборник стихов «Ялан аяҡ йүгереп үтмәле…» («Босиком бы пробежаться») (2019 год), которые печатались в разные годы в башкирском государственном издательстве «Китап» имени З. Биишевой.

Сагира Шарафитдинова активно занимается литературным творчеством. Рассказы публикуются как в районной, так и в республиканской печати; так, в разные годы в журнале «Агидель» вышли сборники рассказов «Хәйлә» (2001; «Хитрость»), «Боралҡы» (2005; «Пришелец»), «Һаҡау кәкүк тауышы» (2006; «Голос кукушки»), «Һөкөмһөҙ бала» (2007; «Беспечное дитя»), «Ҡибла ҡай яҡта» (2014; «На какой стороне горизонт»), «Иҫке күпер» (2015; «Старый мост»), в журнале «Шонкар» – «Роза в пустыне». (2015), также печаталась в коллективных сборниках «Аҫылташтар йыйыр саҡ», «Аҫылташлы Иҙел башы», подборка стихов и другие произведения. Также публиковалась в различных сборниках. В 2005 году журнал «Агидель» был удостоен премии в конкурсе рассказов.

Участвовала в республиканском конкурсе рассказов имени Сабира Шарипова, в котором заняла первое место за рассказ «Дитя» среди профессиональных писателей (февраль 2022 год).

В мае 2022 года участвовала в Международном конкурсе поэтов в городе Шушинск (Казахстан) и вышла в финал для печати Международного журнала «Нить».

Регулярно печатается в республиканских литературных журналах и СМИ. Работает руководителем центра башкирской национальной культуры «Созвездие», где продвигает традиции и обряды башкирской культуры. Центром разработано 7 творческих проектов, которые по сей день являются брендовыми.

СӘҒИРӘ ШӘРӘФЕТДИНОВА
Тамъян ырыуы ҡыҙы Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Шәрәфетдинова 1963 йылдың 28 мартында БАССР-ҙың Белорет районы Шығай ауылында тыуған.

1980 йылда Шығай урта мәктәбен тамамлай.

1999-2004 йылдарҙа Силәбе дәүләт педагогия университетының психология факультетында уҡый.

2018 йылда ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Социаль-мәҙәни өлкәлә менеждмент»бүлеген тамамлай.

1981 йылда хеҙмәт юлын Шығай урта мәктәбендә пионервожатый булып башлай. 1987 йылдан мәктәп-интернатта тәрбиәсе булып эшкә күсә, өлкән тәрбиәсе, интернат мөдире вазифаларын башҡара. 2010 йылда ауыл мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләнә. 2014 йылдан «Өлкәр» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе.

2016 йылда тырыш хеҙмәте өсөн район кимәлендә «Хеҙмәт алдынғыһы» тигән таныҡлыҡ тапшырылған. 2020 йылда республика ауыл мәҙәниәт йорттары конкурсында «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме һәм грант бирелгән.

Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша – һынлы биҙәү әйберҙәре (кейеҙ,ҡорама) буйынса «Аҡтамыр» халыҡ клубы етәксеһе.

Милли ойошмалар эшендә әүҙемлеге өсөн Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаты итеп һайланған (2015).

Сәғирә Шәрәфетдинова әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Хикәйәләре район, республика матбуғатында баҫылып тора; мәҫәлән, төрлө йылдарҙа «Ағиҙел» журналында «Хәйлә» (2001), «Боралҡы»(2005), «Һаҡау кәкүк тауышы» (2006), «Хөкөмһөҙ бала» (2007), «Ҡибла ҡайһы яҡта» (2014), «Иҫке күпер» (2015), «Шоңҡар» журналында — «Сүллектәге рауза сәскәһе» (2015), шиғырҙар шәлкеме һәм башҡа әҫәрҙәре донъя күрҙе. Шулай уҡ төрлө йыйынтыҡтарҙа шәлкемдәре баҫылған. 2005 йылда «Ағиҙел» журналы хикәйәләр конкурсында премияға лайыҡ булды.

Ссылка на страницу Вконтакте https://vk.com/id170685238


Күңел күҙең күрә.
Матурлыҡты.
Зиһендәрең алтын
Урталыҡты.
Ярып һалмаһам да.
Аҡылыңды.
Торғоҙа ла белдең
Абынғанды.
Ҡул ярҙамы тейә.
Имгәнгәнгә.
Тел ярҙамы
Йәнен имләгәнгә..
Һаҡ йөрәгең тора
Әҙер генә…
Фатихалы балам!
Күреп йәшә, бары
Ҡәҙер генә…

14.09.2021.


Сәйгә әйтәһеңме,тигәс
Аҡ самауыр ҡуйғайным.
Йүгерә-атлай аҡ шишмәнән
Һыу килтереп ҡойғайным.

Самауырым сыжлағанда.
Үҙең ишек ҡаҡманың.
Әллә сәйләп йөрөүөңде
Кәрәк тиеп тапманың…

…Самауырым һыуағылтты
Яңыртып та ҡоймайым.
Күңелемде ҡырауһытҡан
Самауырҙы ҡуймайым…

30.08.2021.


Ҡараларҙан- ҡара төнгә ҡалып.
Яңғыҙ ҡайтып килһәм урамдан.
Өйҙөң утын зинһар, һүндермәсе.
Балҡып торһон әллә ҡайҙарҙан.

Баҙрап янған уттың яҡтыһына.
Өшкәбә лә күңел йылынһын.
Ҡорған аша һинең һынды күреп
Ышанысым тағы нығынһын.

Шул өмөттәр менән өйгә табан
Боролғайным,тағы туҡтаным…
…Ни хәжәте яҡты тәҙрәләрҙең
Һүндерелгәс,күңел уттары.

29.08.2021.


Серле август,тоҡор
шиғыр.

Август тыуҙы…
Ауыҙ туңды?..
Ҡайнар ҡояш-баш өҫтө
Аяҡ аҫты шырт-шырт үлән
Гөлтләп ҡабыныр төҫлө.
Август төнө…
Көҙҙөң тыны?..
Оҙон тәбәрәк-селлә.
Һуңлап сыҡҡан себештәрҙәй
Сәскә атты бәпембә.
Август,август…
Көҙгә ауыш?..
Төндә йылы ел иҫә.
…Таңда ҡайындар һарғайҙы
Йәм-йәшел ине кисә…

22.08.2021.


Туғайҙа йәй.Ҡоштар хоры.
Зөмрәт үлән,суҡ еләклек.
Йәһәт кенә эйелдең дә
Ҡулың һуҙҙың…
Еләк биреп.

Туғайҙа йәй.Суҡ еләклек
Ымһындырып-ымһындыра.
Тик ирендә…Еләк тәме.
Теге йәйҙән…
Һин ҡалдырған.

20.06.2021.


Ете мөғжизәле ҡайындарҙың
Эҙләп китеп барам араһынан.
Йәшлегемдә ҡалған ҡушҡайынды
Танырмынмы һүлле яраһынан?
Шымаларҙан-шыма аҡ ҡайыным,
Туҙын әрсеп,ниңә ҡытыршы һуң?
Бармаҡ һуйып яҙған йәр һүҙенән
Нимә тапмаҡ?…
Булып тырышыуым.
Серҙәремде йомған ҡайындарым
Көтһәләр ҙә килер көндәремде.
Мин йөрөгән юлды таш ашаған.
Һарауһыҙҙар өҙгән гөлдәремде.
Ҡайындарға һағыш бүлеүемдең
Яңғыҙлыҡтан йөрәк яныуылыр.
…Көнөм оҙон төнгә ауышҡанда
Бәлки килеүемдең…
Һуңғыһылыр!..

16.06.2021.


Мин тауҙарҙа үҫтем.Таштарында
Һыҙырылған шәрә аяғымдың.
Ҡанын һөртөп,йәнә тороп баҫтым.
Иҫләмәйем тауҙың аяғанын.
Тауҙа күрҙем күктәр бейеклеген.
Йөҙгәнем бар мамыҡ болотта.
Барса ғәмдән азат инем өҫтә
Һығылырҙай ҡайғым булып та.
Мин ҡолаған кеше түгел күктән.
Юҡ хыялым тауҙар аҡтарыр.
Тауҙарымдан рухым таҙалығы.
Кәрәк түгел шунан артығы!..
…Йә,Хоҙайым,ҡунаҡ ҡына булып
Тауҙарыма килеп яңынан.
Ташҡа башым терәп,сәждә ҡылһам
Кисерһәнә…
Тауҙар хаҡына!..

12.06.2021.


Һин дә,мин дә йәшенгәнбеҙ
Уйнайбыҙ һәпәләк.
Тик уйын шарты боҙолған
Шуныһы ғәжәп…
Һинең күҙҙәр бәйләнмәгән
Минеке асыҡ.
Мин һиңә тауыш иткәндә
Һин киттең ҡасып…
Һәр икебеҙ баҫтырышмай
Уйнайбыҙ һәпәләк.
Һин дә,мин дә тотолмағас
Уйын ни хәжәт?..
Шуныһы ғәжәп…

2018.


Донъяһына таяу тиеп
Әсәйем улдар тапҡан.
Биш ҡыҙ тыуғас,төрләндереп
Муйынсаҡтарын таҡҡан.
Беҙ үҫкәндә йырлар ине
«Ҡыҙҙар тип,осар ҡаҙҙар.
Ҡаҙҙар ҡайтыр,ҡайтмаҫ инде
Ҡыйғыр тамаҡ-был ҡыҙҙар»
Әсәйемдең йырҙарының .
Үҙәк өҙгөс һүҙҙәре.
Беҙ,ҡыҙҙары киткән һайын
Күҙ йәштәре бүҫкәрҙе…
…Тәҙ(е)рәнән ҡарап тора.
Тышта ҡош туплауҙарын.
Белһәм икән,әсәйемдең
Нимәләр уйлағанын…
Ҡаҙҙар иртәләне тигәс.
Кинәт күңел һиҫкәнде.
Туҡһанынсы көҙө юғын
Әллә әсәй һиҙенде?..
Ауыл өҫтөнән оса ҡаҙҙар
Ҡоя-ҡоя ҡауырһын…
…Ҡаҙ тубында күреп ҡалдым
Әсәйемдең аҡ һынын!

29.11.2020.


Өләсәй була белмәнем.
Әкиәт һөйләмәнем.
Бишек төбөндә ултырып
Йырын да көйләмәнем.
Күҙлек кейеп,энә тотоп
Оронманым бәйләмгә.
Нәскиҙәрҙе һатып алдым
Ейәнсәр-ейәндәргә…
Уның ҡарауы,һәр көн һайын
Дискотека өйөмдә.
«Клубняк»тар ҡуйҙыниһәм,
Бөтөн донъям өйөрөлә…
Ҡайсаҡ футбол яланында
«Һөжүм»де ҡағып торам.
Артыҡ ҡыйналып ташлаһам.
«Штрафной»ҙа ултырам…
Өләсәй була белмәнем.
Ейәндәр үҫһәләр ҙә…
Бәлки,яйлап төшөнөрмөн
Һау булһам…
Бүләләргә!

28.10.2020.


Мин күктәрҙән һине һорап алдым.
(С.Насырова)

Мин күктәрҙән һине һораманым
Үҙе бирҙе миңә һине күктәр.
Әллә бәхетһеҙлек,әллә бәхет
Аңламаным…
Булды микән көткән?..
Мин ерҙә лә һине эҙләмәнем
Ҡат-ҡат киҫешкәндер юлдарыбыҙ.
Һин һиҙмәҫтән,тағы мин һиҙмәҫтән
Ҡағылғандыр ҡулға-ҡулдарыбыҙ.
…Ҡар өҫтөнә төндә ямғыр ҡойҙо.
Мәлһеҙ туңған ерҙе имшеттерҙе.
Мин күктәрҙән бер ни һораманым
Тауышыңды…
Улар ишеттерҙе!..

25.10.2020.


Тауым менән бергә булдым бөгөн
Һандуғастың төнгө йырын тыңлап.
Ҡыңғыраулы күмгүк тау сәскәһе
Йырсы ҡошҡа моң өҫтәне зыңлап.
Ете мөғжизәле ҡайындарҙың
Эҙләп китеп барам араһынан.
Йәшлегемдән ҡалған ҡушҡайынды
Танырмынмы һүлле яраһынан?..
Таҙа туҙлы ине аҡ ҡайыным…
Һөйәлләнеп, ниңә ҡытыршы һуң?
Бармаҡ һуйып яҙған йәр һүҙенән
Нимә тапмаҡ булып тырышыуым?…
Ташты һөйгән ап-аҡ ҡылғандарым
Көтһәләр ҙә,килер көндәремде.
Мин йөрөгән юлды таш ашаған
Һарауһыҙҙар өҙгән гөлдәремде…
Тауға килеп, серем бүлеүҙәрем
Яңғыҙлыҡтан йөрәк яныуылыр.
…Көнөм оҙон төнгә ауышҡанда
Бәлки,килеүемдең һуңғыһылыр!..

9.06.2020.


Мин дә һине шулай яратмаһам,
Бер бәхетһеҙ артыр ине тағы.
Һине һөйөү бер ғонаһтан торһа,
Һине һөймәү итер мең ғонаһлы…
Мин дә һине шулай яратмаһам,
Моңдар ҡунмаҫ ине телдәремә.
Тауҙан бейек булмаҫ ине ҡояш,
Йондоҙ яумаҫ ине төндәремә…
Мин дә һине шулай яратмаһам,
Йәшәү йәмен тоймаҫ инем ерҙә.
…Һандуғас та донъя урап ҡайта
Һөйөү йырын йырлар өсөн генә!..

18.03.2020


Бер йылғаны ике кисмә тиҙәр,
Ике түгел,нисәнсегә кистем.
Аттың аты һыуҙы үрҙән эсә
Мин буръяҡҡа ҡарамайса эстем.
Кисеүҙәрем ахры,етмәгәндер
Һиңә ҡаршы килдем бер йылғала.
Юлыбыҙҙы киҫте зәһәр тулҡын
Күрәһеңдер, беҙҙе һынамаға.
Хыялымда ҡорған көмөш күпер
Өҙөлөүөнә бит байтаҡ ара:
Юҡ күперҙә өҙөк ялғайым тип
Әйләнәм дә киләм шул йылғаға…
…Мөғжизәләре лә етерлектер
Килде-китте тулы был донъяла…
…Баҡһаң,беҙ ҙә һаман…
Бер йылғала…
Әллә үҙем,әллә һин диуана?..

27.01.2020.


Мин юғалһам,күҙ һал йондоҙ
Араһына.
Мин балҡырмын сағыу булып
Барыһынан.
Дауыл ҡупһа,ҡурҡма,йәнем
Мин-ул дауыл.
Иңдәреңдән йөгөң алам
Булһа,ауыр.
Ямғыр яуа тип бошонма
Мин-ул ямғыр.
Күҙҙәреңдең һағыштарын
Йыуып алыр.
Һинең яҡҡа иҫһә,әгәр
Ҡибла еле.
Сәстәреңде иркәләргә
Ҡуйһаң ине…
…Иҫең китмәҫ көҙгө елдең
Ыжғырына.
Дауыл сыҡһа,йәшенерһең
Ышығыңа.
Йондоҙ ғына йөҙ ҡабынып
Йөҙҙө һүнә.
Ә мин йондоҙ түгел инем
Күңелеңдә…

22.01.2020.


Беләм,хәлде ысын һорамайһың.
Уй-ниәтең ихлас булғандан.
Ете төндә,ете төшөң өҙөлөп
Мине генә уйлап уянғандан.
Яратҡандар хәлде һорамайҙар,
Ә күҙҙәге йәште һөртәләр.
Яратҡандар өнһөҙ өмөттәрҙә
Бер-береһен мәңге көтәләр…
Хыянатсы,ташлап китеүсе лә…
Был һүҙҙәр һуң,әйтсе,кемдеке?
…Йөҙ сүрәткә мине керетһәң дә,
Мин-һинеке!..
Ә һин-минеке!..

09.01.2020.


Һин индерҙең сихри баҡсаларға,
Әллә нисек асҡыс яратып.
Бөтөн бәхетлеләр торған ергә
Бер-беренә ҡарап,йән атып.
Хуш еҫ бөрккән мең төҫ сәскәләре
Сәждә ҡылған кеүек күренде…
Балҡыштары,гүйә йылыттылар
Өшөп,ҡорһаҡһыған күңелде.
Был баҡсаның зөмрәт болононда
Йырсы ҡоштар һайрай башҡаса.
Берен-бере ҡабатламаҫ моңдо
Тыңлап туймаҫ инем таңғаса…
Ҡуша ингәс,бергә уҙһаҡ икән
Оҙаҡ көткән бәхет баҫҡысын…
…Хозур баҡсаларҙа ҡалалманым…
Кире алдың ожмах асҡысын…

8 ғинуар,2020.


Беҙ икәүҙең ҡайнар һөйөүөнә
Шаһит ине төндә ай ғына.
Ул да ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡарағандыр
Йәшеренеп болот аҫтына.
Беҙ икәүҙең мөхәббәтен ҡурсып.
Һаҡҡа баҫҡан кеүек йондоҙҙар,
Һибеләләр ине күк йөҙөнә
Береһе һүнһә,береһе йымылдап…
Хәҙер улар ғәмһеҙ яҡтыралар.
Ҡайҙа олаҡҡандыр айы ла…
…Һөйөүөмә тоғро бер йөрәгем
Ҡанлы йәшен түгеп һыҙыла…

15.11.2019.


Кисеүҙәрҙе кисһен тиеп,
Атҡынайым…
Уңлы-һуллы дилбегәмде
Ҡаҡҡылайым…
Уртаһында ауҙармаһын
Тейәгәнде…
Исраф итеп,тупрағымдан
Ейгәнемде..
Кисеүҙәрҙе кисмәйенсә
Арымаһын…
Әжәл тигән сәбәп итеп
Яҫҡынмаһын…
Ете кисеү кисәһем бар
Әле минең…
Дилбегәмде яңы ғына
Ҡаҡҡан мәлем…

14.11.2019.

Любовь сгорелаА

Над цепью гор гром прогремел,
Когда темнело.
Дух Неба свадьбу захотел
Устроить смело.
И дождь полил тогда сильней,
Лишь ночь настала.
А Небо всё любви своей
Огонь метало.
Борьба меж Небом и Землёй
Всю ночь кипела.
Напрасно… Как у нас с тобой,
Любовь сгорела.

Прости

Я выросла в горах. Нашла я силы —
Босых разбитых ног утёрла кровь,
На камнях этих поднялась я вновь.
Не помню, чтобы горы пощадили.

Здесь неба высоту я полюбила,
В мечтах на мягком облаке плыла.
Здесь забывала суету, дела,
Хоть горе так безжалостно скрутило.

На грешный мир я с неба не упала,
И нет мечтаний горы сотрясти.
В них духа чистоту бы обрести,
Что было бы уж для меня не мало.

О Господи! Я гостьей безутешной
Хочу прийти к горам, к камням припасть,
Просить Тебя, тут помолившись всласть:
Прости…
Хотя бы ради гор безгрешных.

Ямантау

Ямантау, злой дух ли в тебе, Ямантау?
На вершине скалистой сгорели травинки,
На макушке твоей не растёт и былинки —
Потому называют тебя «Ямантау»…

Кто дерзнёт на вершину красавца подняться,
Испытает немало там бед и страданий.
Исполин-богатырь из природных созданий
Величаво стоит, чтоб могли любоваться.

Здесь историю мира природа писала.
Наши предки тебя почитали, я знаю.
Ты башкирским напевам сродни, я считаю —
Дух народа гора Ямантау впитала.

… Ямантау, святая гора Ямантау!
Так стоишь ты в веках, словно страж безупречный.
Здесь на камне из белого мрамора вечном
Салават песни славы писал, Ямантау.

Я Небо не просила…

Послать тебя я Небо не просила.
На счастье иль беду, не знаю я сама,
Тебя внезапно Небо подарило.
Такого ли ждала? — Загадка для ума.

И на земле тебя я не искала.
Быть может, и встречались мы в пути порой.
И ты не знал, и я не знала:
Нечаянно могли коснуться и рукой.

… А ночью небо дождь на снег пролило.
Он землю, что промёрзла, отогрел собой.
Послать тебя я Небо не просила.
Мне помогло Оно услышать голос твой.

Два моих луча

Когда домой, собрав все силы, возвратилась,
Улыбки чистых окон радовали взгляд.
А на верёвке во дворе бельё сушилось,
Из летника донёсся хлебный аромат.
У молодого петушка, что был картавым,
Поднялся голос и окреп — ты посмотри!
И можно даже пробежать босой по травам:
Такой порядок во дворе царит внутри.
Цветы герани в окнах словно оживились —
Они явили вдруг такую красоту.
И низкой комнаты размеры изменились,
Как будто радугу подняли в высоту.
На сковородки с ложек льётся кругом тесто,
Шипя, сейчас в них выпекаются блины.
А в кухне жаркой девушкам соседским тесно:
Хлопочут, вертятся — успеть они должны.
… Верёвочку калитки я тяну, волнуясь,
Дом светел почему, как яркая свеча?
Чтоб маме, дому прелесть подарить такую,
Две дочери вернулись — два моих луча.

Положение о литературном подиуме
«Ете кисеү кисәһем бар… Мне суждено пересечь семь рек…»
к юбилею писателя Сагиры Сабирьяновны Шарафитдиновой

Открыть положение в отдельном окне

Подать заявку можно отправив форму (Приложение 1) на почту mukcbs11-30@mail.ru
или подать заявку на участие через сайт

0 комментариев

Пока нет комментариев

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *