Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

История села

История села Шигаево

Борон-борон борондан
Дан алып торған ТАМЪЯН,
Күп ырыуҙар яуҙарҙа
ТАМЪЯНдарға таянған,
ТАМЪЯНдарға таянған да,
Дошмандың ҡотон алған,
Дошмандың ҡотон алған да,
Ҡайһыһын ҡырып һалған,
Ҡалғанын әсир алған.
Ырыуы булһа ТАМЪЯН
Даны йөрөгән алдан!

ПЛЕМЯ ТАМЬЯН — это одно из самых древних родо-племен башкир. Еще в V веке тамянцы покинули Забайкалье и двинулись в сторону Алтая.Тамьянцы отличались своей воинственностью и мужеством. А сын тамьянского рода Шагали Шахман является одним из величайших личностей всего башкирского народа за всю историю.
Тамъянцы живут во многих районах Башкортостана, но основными районами являются: Мелеузовский, Кугарчинский, Миякинский, Белорецкий, Абзелиловский, Учалинский, Туймазинский, Шаранский, Чекмагушевский. Так же когда-то тамьянцы проживали в Татарстане и в Оренбургской области, где потомки нашего племени в следствии ассимиляции потеряли свои корни.

  1. Род башай
  2. Род куян
  3. Род мулют
  4. Род мясагут
  5. Род тамьян

    Родовые подразделения: абзан, аю, ак суйыр, актабан, алюрзан, аалкым, батман, баур, башмак, бейалэй, бешкэк, бураш, буттук,бугэз, бейэн, бурзян, бубыр, букый, бэбэлэш, бэпэнэ, думэй, сукты тюйгэс, ишэй, казах, казан, кайгул, кара, кара балтыр, карга, каракалпак, кара-табан, кара-тумыртка, кулуш, алама кулуш, кузян, куршэк, кухэп, куян, киргиз, кырк тамга, малай, мукас, мурадым, мугюз, мышы, сартакнай, сирэусе, супелдэк, сыбар тумыртка, таз, тамьян, тартай, татар, таулы, тимяс, типтяр, туяк, туктубай, тюрэй, тузгалта, туп, тэвэш, унгэс, угуз, сарт, сарбай, хуна, халбер, шагман, шакман, шагыр, шамбы, шегрэй, шэкэр.

Жители села Шигаево относятся к роду Тамъян. По истории корни рода соединяются с Шагали Шакман. Он вождь племени Тамъян, один из инициаторов и руководителей присоединения юго-восточных башкир к русскому государству. Они перекочевали на ряду с другими кочевниками из хребтов Саян-Алтая до Средней Азии, далее к западу Черного моря. I-II тысяч лет до нашей эры переехали поближе к рекам Урал, Дема и Яик.

В 12-13 веках часть рода Тамъян остановились на берегу реки Агидель. В Средние века Тамъянцы были в хороших отношениях с казахами. В эти времена парень по имени Шигай полюбил казахскую девушку. Оказалось, что девушка была к парню неравнодушна. Но, отец девушки, казахский бей, был против выдать единственную дочь за башкира, и тогда молодые решили сбежать верхом на лошадях к Уральским горам. За ними до берега реки Кизил гнались казахские лучники. Но они не смогли их догнать.

Вскоре братья Шигая, Шакман и Абдрахман переселяются на Абзелиловскую землю. Старейшины на поиски новых земель отправили братьев, и еще 7-8 всадников. Среди них был и Шигай. По дороге он увидел удивительную землю и полюбил эту местность. Красивые холмы, горы, поля, поляну разделяет небольшая река, вокруг сосны и могучие лиственницы. Родственникам Шигай рассказал, что будет жить на этой богатой природой местности, и село будет называться Шигаево. Вместе с женой Айзилей у них рождаются два сына: Хусаин, Уткаль и красавица дочка Разина. Сыновья по совершеннолетию основываются в деревнях Хусаиново и Уткалево.

Дочь Разину сватал богатый хан из Абзелиловских земель, но девушка не соглошается выходить за него замуж , так как унее был возлюбленый. Родители не хотели принимать решение дочери, и тогда девушка сбрасывается с высокой скалы и разбивается насмерть. Эту скалу и сегодня называют Рязь, Арвяк-Рязь.

Село Шигаево расположено в юго-восточной части Белорецкого района. На западной окраине села начинается главная природная достопримечательность — хребет Крака, а по-нашему Кырк-арка — Сорок хребтов. В нашем селе проживают 713 человек. Основной состав населения — башкиры рода Тамъян.

В селе работает общеобразовательная средняя школа, два детских сада. В селе имеется действующая мечеть. Из социальных объектов — фельдшерско-акушерский пункт, отделение связи и Шигаевская сельская модельная библиотека «Тамъян», входящая в состав комплекса модельных библиотек «Соцветие курая» и оснащенная современным оборудованием.

Библиотека работает в краеведческом направление, помогает жителям и гостям села познакомиться с историей Белорецкого района, с богатой историей села Шигаево, с обычаями и традициями башкирского народа и племени Тамъян. Библиотека является хорошим помощником в получении информационно- образовательных знаний как для детей, так и взрослых жителей села. Население занято индивидуальным предпринимательством и ведением домашнего хозяйства. В состав администрации Шигаевского сельского поселения входят 5 сел, в которых проживает более 2487 человек.

Село Шигаево известно своими знаменитыми односельчанами за пределами Белорецкого района, такими как: Абдулгафи Рахадилович Хальфетдинов – кураист, композитор уроженец села Шигево; Ямалетдинов Шагий Ямалетдинович — Герой Советского Союза; Тулебаев Мухамет Усманович — Заслуженный работник культуры БАССР, Мухамет Усманович собирал аншлаги не только в концертных залах республики, но и государств ближнего и дальнего зарубежья, в том числе Ватикана, Германии, Италии, Франции, Японии. Трижды обладатель Гран-при республиканских конкурсов кураистов, неоднократный лауреат Всемирных и международных фольклорных фестивалей, он внес неоценимый вклад в распространение славы башкирского национального инструмента.В репертуаре ветерана-кураиста более 70 башкирских народных мелодий; Шарафутдинова Сагира Сабирьяновна – писательница, работник образования и культуры, член Союза писателей РФ и Республики Башкортостан (2019); Фируза Сулейманова — лауреат Республиканских и Международных конкурсов, Заслуженная артистка РБ; Мухтаров Тимур Гаязович — юрист, социолог, общественный деятель, директор агентства по составлению родословных «Деловая династия», специалист по башкирской генеаологии. Восстановил более 500 родословных. Заместитель директора ИИЯЛ УФИЦ РАН; народный фольклорный ансамбль «Гульназира».

ШЫҒАЙҘАР ЙӘШӘЙ БЕЛӘ

Белорет районының Шығай ауылы иҫ киткес гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: көньяҡ-көнсығышта Рәз-Таш ҡалҡһа, көнбайыштан – Ҡырҡты-тау, көньяҡтан Аҡбейек уратып алған, ә алыҫта мәғрур Ямантау күренә.
Ауылдың шәжәрәһе Тамъян ырыуынан булған Шәғәле Шаҡманға барып тоташа. Уға нигеҙ һалыныу һәм атамаһының нисек килеп сығыуы тураһында шундай легенда йөрөй.

Күктән төшкәнде көтмәйҙәр…
Урта быуаттарҙа тамъяндар Яйыҡ йылғаһы буйҙарында көн иткәндә ҡаҙаҡтар менән аралашып йәшәгән. Шул осорҙа Шығай тигән егет бер ҡаҙаҡ байының һылыу ҡыҙына ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа егеткә битараф түгел, ләкин ҡаҙаҡ байы берҙән-бер ҡыҙын бер ҙә башҡортҡа биргеһе килмәй, ҡаршы төшә. Егет менән ҡыҙ, өйөр айғырына һыбай менеп, Урал тауҙары яғына ҡаса. Ҡыҙыл йылғаһын йөҙөп сығалар. Ҡасҡындарҙы баҫтырып, ҡаҙаҡ һыбайлылары ярға килеп етә, әммә йылғаны йөҙөп сығырға батырсылыҡ итмәй.

Күп тә үтмәй Шығайҙың ағалары Шаҡман һәм Абдрахман да Әбйәлил яҡтарына күсенә башлай. Тамъяндар ете-һигеҙ кешене яҡшы ерҙәр эҙләтергә сығарып ебәргән. Уларҙың араһында Шығай ҙа була. Ул әлеге ауыл ултырған урынға килеп сыға һәм бик оҡшата.

Шығай, ошо урынға күсеп килеп, йорт һала. Улдары Хөсәйен, Үткәл һәм Рәзинә исемле ҡыҙҙары тыуа. Малайҙар көслө, эш һөйөүсән булып үҫә. Хөсәйен хәҙерге Хөсәйен ауылы урынында донъя ҡора, ә Үткәл атаһына яҡыныраҡ ерҙә ауылға нигеҙ һала. Рәзинәне Әбйәлил яҡтарынан бер бай һората, ләкин ҡыҙ ризалашмай, сөнки уның һөйгән егете була. Ата-әсәһе аңларға теләмәгәс, ҡыҙ ҡаянан түбәнгә һикереп, һәләк була. Хәҙер был тауҙы ҡыҫҡартып Рәз тип йөрөтәләр.

Шығай – боронғо ауыл. Ул Тамъян ырыуына ҡарай. Ауылдың тыуған яғын өйрәнеүсеһе Әбделмән Мөхтәровтың яҙмаларына ҡарағанда, төҙөлә башлаған ваҡытта ауыл урынында бик ҡартайған ҡуйы ҡарағас һәм ҡарағай урманы ғына булған.

Бөгөн ауыл биләмәһенә Шығай, Үҙәнбаш, Үткәл, Хөсәйен, Новобельск ауылдары ҡарай, 824 йортта 2477 кеше йәшәй. Шығай ауылының үҙендә генә 777 кеше ғүмер итә. Күрһәткес үҙгәреп тора, кемдер килә, икенселәр күсеп китә. Демографик хәл дә төрлөсә йоғонто яһай. Былтыр бөтәһе 32 сабый донъяға ауаз һалған.

Урындағы халыҡтың проблемаларын яҡшы белгән, уртаҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан, йәш булһа ла яуаплы, талапсан етәксе Исмағил Хәлфә улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡара. Исмағил Хәлфә улы оҙатыуында беҙ Шығай ауыл биләмәһендә урынлашҡан ҡайһы бер учреждениелар буйлап йөрөп сыҡтыҡ, халыҡтың йәшәйеше, борсоған проблемалары, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.

Биләмәлә ике дөйөм урта белем биреү, бер төп һәм бер башланғыс мәктәп, ике ауыл клубы, өс ауыл мәҙәниәт йорто эшләй. Һәр ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар, кескәйҙәр ике балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. 29 эшҡыуар теркәлгән, уларҙың алтауһы – һыйыр малы үрсетеү, туғыҙы ағас эше менән була, өс фермер – үҫемлекселек, берәүһе умартасылыҡ менән мәшғүл, сауҙа менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар.

Ауыл халҡы урман ҡырҡыу, таҡта бысыу, бура бурау эштәре менән мәшғүл. Шығай оҫталарының даны республикаға ла таралған, бура буратыу өсөн әллә ҡайҙарҙан килеп заказ биреүселәр бар. Биләмәләге йорттар ҙа ҙур, күркәм булыуҙары менән айырылып тора. Халыҡ етеш йәшәй: һәр йортта тиерлек техника бар, ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраусылар, мул баҡса үҫтереүселәр күп. Йәштәр ситкә китмәй, атай-олатайҙарының нигеҙендә яңы йорт һалып, ауылда төпләнергә тырыша, Белоретҡа йөрөп эшләгәндәр ҙә бар.

Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Апрелдән башлап аҙна һайын өмәләр ойошторола, юл буйҙары, учреждениеларҙың, йорттарҙың тирә-яғы таҙартыла, йәшелләндерелә. Былтыр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн 204 мең һумға 17 тимер контейнер алынған, быйыл уларҙы урынлаштырыу өсөн махсус майҙансыҡтар эшләнәсәк. Биләмәлә 184 яҡтыртҡыс ҡуйылған, шуға күрә ауылдар төндә лә балҡып ултыра, уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн урындағы һәм республика бюджетынан былтыр бер миллион 209 мең һум аҡса сарыф ителгән, яҡтыртҡыстар даими рәүештә ремонтланып тора.

Мәғлүм булыуынса, тиҙҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Шығайҙар мөһим ваҡиғаға күптән әҙер, ошо маҡсатта йорттарға беркетеү өсөн 800 дана номер һәм урамдарҙың исемдәре яҙылған 79 адрес табличкаһы һатып алынған.

Был яҡтарҙың халҡына ошондай һыҙат хас – әҙерҙе, күктән төшкәнде көтөп ятмай, үҙҙәре ҡатнашып нимәлер булдырырға, төҙөргә тырыша улар. Һуңғы йылдарҙа “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашалар. Элекке йыл ошо ысул менән Үткәл ауылында спорт майҙансығы төҙөлгән, былтыр Шығай ауыл биләмәһендә уҙған йыйында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, граждандарҙы һәм уларҙың мөлкәтен янғындан һаҡлау маҡсатында урындағы халыҡ мобиль янғын комплексы һатып алыу идеяһын яҡлап сыға.

Яңыраҡ төбәк халҡының хыялы тормошҡа ашты – биләмә өр-яңы ҡоролмалы булды. Уны янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус әҙерлек үткән кешеләр хеҙмәтләндерә.
МПК-4 тағылмаһының хаҡы – 540 мең, шуның 108 мең һумын ошондағы халыҡ һәм биләмәлә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар йыйып тапшырған, урындағы бюджеттан 72 мең һум бүленгән, ҡалған сумма республика ҡаҙнаһынан күскән.

– “Бурҙан ҡала, ут менән һыуҙан ҡалмай” тигән әйтем дөрөҫ шул, күп осраҡта ҡаланан янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе, ҡәҙерле минуттар үтә, ике кубометр һыу һыйҙырышлы бындай ҡоролма булғанда, хәүеф күпкә кәмей, – ти хакимиәт башлығы.
Ә быйыл биләмәгә ҡараған Новобельск халҡы программала ҡатнашыу теләген белдергән. Ауылда балалар майҙансығы төҙөү идеяһын күтәреп сыға улар.

Мәргән батырҙар иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Шығай ауылынан йөҙҙән ашыу кеше фронтҡа китә, шуның яртыһынан күберәге Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк була.
Шығайҙар ауылдаштары Рәхәил Хәлфетдиновты хөрмәт менән иҫкә ала. Ул 1-се Балтик буйы фронтында снайпер булып хеҙмәт итә. 64 фашисты юҡ иткән мәргән тураһында “Пограничник-фронтовик” гәзите бер нисә тапҡыр яҙып сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип булмай һалдатҡа – ул 1944 йылдың октябрендә Латвия ерендә батырҙарса һәләк була.

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов – райондың ғына түгел, республиканың да ғорурлығы. 1914 йылда Шығай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған Шаһи Ямалетдин улы, етенсе класты тамамлағас, 1934 йылда Белорет районы халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағындағы уҡытыусылар курсында уҡый. 1936 – 1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1939 – 1940 йылдар арауығында Шығай ауыл советы секретары, рәйесе булып эшләй. 1941 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ының Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдан башлап Көньяҡ-Көнбайыш һәм 2-се Украина фронтында хеҙмәт итә. Чехословакияны азат иткәндә батырлыҡ ҡылып, тарихта ҡала: 1945 йылдың 18 апрелендә Брно ҡалаһына рейд ваҡытында ул идара иткән танк дошмандың ике танкын һәм танкка ҡаршы өс тубын юҡ итә.

Экипаж командиры һәләк булғас, Шаһи Ямалетдинов етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. Весёлки тип аталған ауыл янында илбаҫарҙарҙың йәнә бронялы өс машинаһын юҡҡа сығара. Ҡыйыулығы, тәүәккәллеге менән батальон командалығы ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәй. Хәрби ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1946 йылдың 15 майында Шаһи Ямалетдинов Ленин орденына һәм Советтар Союзы Геройы тигән исемгә лайыҡ була.

Гитлер Германияһын тар-мар иткәндән һуң ҡыйыу танкист милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ла ҡатнаша. Ғүмеренең ахырынаса ауылында уҡытыусы булып эшләгән Герой 1968 йылдың 28 майында донъя ҡуя. Белорет ҡалаһында ҡаһарманға бюст ҡуйылған. Шаһи Ямалетдиновтың иҫтәлегенә 1990 йылдан бирле районда еңел атлетика эстафетаһы үткәрелә, Шығай ауылының үҙәк урамына уның исеме бирелгән. 2014 йылда Шығай мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Ветеран бәхетле ғүмер кисерә

Йылдар үтә, данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала. Үкенескә ҡаршы, улар менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тыныс бала саҡ, аяҙ күк йөҙө бүләк иткән ҡаһарман ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Бөгөн Белорет районы һәм ҡалаһында ун ветеран ғүмер кисерә. Уларҙың барыһы ла – унынсы тиҫтәһен ваҡлаған, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән Еңеү һалдаты.

Шуларҙың береһе – Шығай ауылынан күптән түгел 95 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Әбсәләмов. Мәһәҙей Бикбай улы 1944 йылда хеҙмәткә алына. Совет ғәскәрҙәренең Көнбайышҡа табан ҡыҫырыҡлауына ҡарамаҫтан, немец дошмандарының аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтеп маташҡан ваҡыты. Йәш һалдат I Украина фронты составында Польшаның Краков, Катовице ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Элемтәсе Әбсәләмов маршал Коневтың фронт менән бәйләнешен тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Еңеү көнөн һалдат Варшавала ҡаршы ала.

Тыуған ауылына 1946 йылда әйләнеп ҡайта. Бер йылдан Үҙәнбаш ауылы һылыуына өйләнеп, ғаилә ҡора. Әбсәләмовтар ете балаға ғүмер бирә. 1956 йылда үҙ ҡулдары менән йорт төҙөп инәләр. Мәһәҙей Бикбай улы колхозда хисапсы, бригадир булып хеҙмәт итә, уның тырышлығы менән хужалыҡта быҙау, һыйыр аҙбарҙары һалына. Йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша Мәһәҙей Бикбай улы. 1976 йылда фиҙакәр хеҙмәте өсөн БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Әйткәндәй, уның бала сағы бик ауыр үтә. Атаһы дини кеше була, шуға күрә уны өс йылға төрмәгә ултырталар, ғаиләһен йорттарынан ҡыуып сығаралар. Йәшәр урынһыҙ һәм ҡараусыһыҙ ҡалған әсә менән балалар Сосновка ауылында көн күреп, тамаҡ аҫрай. Белемгә ынтылған үҫмер, алыҫ ҡына ара булһа ла, Сермән мәктәбенә йөрөп уҡый. Шуға ҡарамаҫтан, Мәһәҙей бер ҡасан да власҡа ҡарата үпкә тотмай. Заманаһы шундай булған, тип иҫәпләй ул. 1957 йылда уны партия сафына алалар. Кемдер бөгөн үҙенең совет биографияһы тураһында иҫләргә лә тартына, әммә Әбсәләмов түгел: ул һәр эште күңелен биреп, тырышып башҡарған.

1985 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Мәһәҙей Бикбай улын ауылдың муллаһы итеп тәғәйенләйҙәр, был бурыстарҙы ла ул, заманында партияға хеҙмәт иткән кеүек үк, ихлас үтәй. Уның башланғысы менән мәсет төҙөкләндерелә, никах, балаға исем ҡушыу кеүек йолалар еренә еткереп башҡарыла.

– Беҙҙең яҡтарҙа төрлө милләт, төрлө дин кешеләре араһында бер ҡасан да аңлашылмаусылыҡ булманы. Күрше Николаевка ауылына барып, православие динен тотҡан рус дуҫтарҙы Пасха байрамы менән ҡотлай торғайныҡ, – тип хәтерләй ветеран.

Мәһәҙей Бикбай улы ҡатыны Фатима менән бәхетле оҙон ғүмер кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше тиҫтә йыл элек мәрхүмә була. Бөгөн һуғыш ветеранының 20 ейәне һәм 32 бүләһе бар.
– Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәүҙең сере – сәләмәт тормошта, бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке тартыу менән мауыҡмағыҙ, – тигән кәңәштәрен бирә ул йәштәргә.

Ветерандың бөгөн дә һаулығы зарланырлыҡ түгел, зиһене теүәл. Балаларының иғтибарын, ихтирамын тойоп, ейәнсәре ҡарауында үҙ нигеҙендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә ул.

Мәҙәни тормош гөрләй

Шығайҙа 1936 йылда мәҙәни-ағартыу йүнәлешендәге изба-читальня асыла. Һуғышҡа ҡәҙәр уның мөдире булып 17 генә йәшенән Шаһи Ямалетдинов эшләй. 1951 йылда учреждение мәҙәниәт бүлеге ҡарамағына күсерелә, шулай ауылда тәүге клуб барлыҡҡа килә.

Төрлө йылдарҙа мәҙәниәт усағына Әбдрәхим Вилданов, Мөждәбә Татлыбаев, Мансур Әмиров, Хәниф Ҡанафин, Гөлниса Үҙәнбаева етәкселек итә. Һәр береһе ауылдың мәҙәни үҫеше өсөн ҙур көс һала: һәүәҫкәр коллективтар барлыҡҡа килә, конкурстар, байрамдар, төрлө мәҙәни саралар, тамашалар ойошторола.

1994 йылдың 1 мартында бәлә килә – Шығай клубы янып, көл-күмергә әйләнә. Ул ваҡытта мәҙәниәт йортона етәкселек иткән Сәлимә Татлыбаеваның тырышлығы менән һәм район хакимиәте ярҙамында ауылдың көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү бинаһы мәҙәниәт йортона әйләндерелә.

Бер аҙға һүнеп торған мәҙәни тормош ауылда тағы ла йәнләнеп китә. “Гөлнәзирә” һәм “Ләйсән” фольклор төркөмдәре райондың ғына түгел, республиканың да мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнай, бихисап конкурстарҙа еңеү яулай. Учреждениела шулай уҡ бейеү һәм драма түңәрәктәре уңышлы эшләй.

2003 йылда Шығайҙа 150 урынға иҫәпләнгән ҙур, күркәм социаль-мәҙәниәт үҙәге төҙөлә. 2016 йылдан ул күп функциялы мәҙәниәт йорто тигән статусҡа эйә була.

– Шығай – саф башҡорт ауылы, беҙҙә 2014 йылда “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторолдо, ә 2016 йылда уның нигеҙендә районда беренселәрҙән булып күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды. Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү, милли йолаларҙы тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыу маҡсатында күп тырышлыҡ һалабыҙ, – ти тиҫтә йыл мәҙәни усаҡҡа етәкселек иткән тәжрибәле белгес Сәғирә Шәрәфетдинова.

Әлеге ваҡытта учреждениела 12 түңәрәк иҫәпләнә, “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле һәм “Аҡтамыр” һынлы сәнғәт клубы “халыҡ” исемен йөрөтә. Мәҙәниәт усағы коллективтары район ғына түгел, республика, ил кимәлендәге фестиваль, конкурстарҙа ла ҡатнашып танылыу яулай.

Ижадтан тыш, мәҙәни усаҡта тағы бер нисә йүнәлештә эш алып барыла, беренсеһе – релаксация, йәғни көсөргәнешлекте бөтөрөү, күңел тыныслығын тәьмин итеү йүнәлеше. Теләгән ваҡытта һәр кем, гөлдәргә күмелгән фойела йомшаҡ креслоларға ултырып, тыныс мөхиттә ял итә ала. Балалар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай: ата-әсәһе концерт ҡараған мәлдә, кескәйҙәр төрлө уйынсыҡтар менән йыһазландырылған бүлмәлә рәхәтләнеп уйнай, аралаша, ял итә.

Икенсе йүнәлеш – спорт-һауыҡтырыу йүнәлеше. Мәҙәниәт йортонда, иҫке булһа ла, тренажерҙар бар. Теләгән кеше унда шөғөлләнеп, сәләмәтлеген нығыта ала.

Өсөнсө йүнәлеш – фитобар. Шығай ҡатын-ҡыҙҙары йәй етеү менән файҙалы үләндәр йыйырға тотона, уларҙы киптереп, ҡыш буйы сәй итеп эсәләр, ауылдаштарын, килгән ҡунаҡтарҙы ла һыйлайҙар.
Мәҙәниәт йортонда йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын һәм ихтыяжын иҫәпкә алып, төрлө форматтағы саралар, дискотекалар, акциялар даими уҙғарыла, моделле китапхана, күргәҙмә залы һәр ваҡыт асыҡ.
2018 йылда Шығай күп функциялы мәҙәниәт йорто коллективы, республика кимәлендә “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” булып танылып, республика Башлығы грантына эйә була, йөҙ мең һумлыҡ аҡсаға сәхнә кейемдәре тектерә.

Бер быуатлыҡ тарихы бар

Шығай ауылы балалары революцияға тиклем мәҙрәсәлә белем ала. 1918 йылда ауылда тәүге совет мәктәбе ишектәрен аса. Мәктәп бинаһы булмай, Сәфәрғәли тигән кеше уҡытыу өсөн йортон биреп тора. 1928 йылда өр-яңы белем усағы бинаһы һалына.

1939 йылда Шығай башланғыс мәктәбе ете йыллыҡҡа әүерелә. Икенсе йылына йәйгеһен тәүге хеҙмәт лагеры ойошторола – балалар йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә. Ә һуғыш йылдарында өлкән класс уҡыусылары уҡытыусылар менән бергә бесән әҙерләй, уңыш йыйыуҙа ҡатнаша.

Шығайҙағы әлеге ағас мәктәп бинаһы 1962 йылда ишектәрен аса, дүрт йылдан ул урта мәктәпкә әйләнә. Уҡытыусылар талапсан, грамоталы булыуҙары, һөҙөмтәле эштәре менән билдәле. Төрлө йылдарҙа бында тиҫтәләгән мәғариф отличнигы, атҡаҙанған уҡытыусы белем биргән. Белем усағының бер быуатлыҡ тарихында Йомағужиндар, Ғәлиуллиндар, Ҡанафиндар, Түлебаевтар, Ғәлиндәр, Аҫылғужиндар, Шәрәфетдиновтар, Әбсәләмовтарҙың уҡытыусылар династияһы барлыҡҡа килгән.

Ошо дәүер эсендә белем усағы әллә күпме ҡыҙ һәм малайға оло тормошҡа ҡанат ҡуя. Шығай мәктәбен тамамлаусылар республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәгендә намыҫлы хеҙмәт итә. Тиҫтәгә яҡын төрлө фән кандидаттарын, сәнғәт, мәҙәниәт, матбуғат, сәнәғәт өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән шәхестәрҙе тәрбиәләгән уҡыу йорто ул. Яуаплы вазифаларҙа эшләп, абруй ҡаҙанған етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр ауылын данлай.
Белем усағы әле лә районда иң яҡшыларҙан һанала, бында 101 бала уҡый, уларға 16 уҡытыусы төплө белем бирә. Уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулауы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй.

Етәкселек балаларға төплө белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырыша, элек уҡыу процесы ағас мәктәптә алып барылһа, күптән түгел ике ҡатлы интернат бинаһына күсерелгән. Иркен класс кабинеттары, ашхана, техник хеҙмәтләндереү бүлмәһе, музей, китапхана – барыһы ла заманса йыһазландырылып, уҡыусылар өсөн һәр саҡ асыҡ.
Балаларҙың уҡыуҙан тыш ваҡыты файҙалы уҙһын өсөн дә күп көс һалына. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары ойошторолған.

Спорт залы ғына талаптарға яуап бирмәй, уның ҡарауы, яңыраҡ федераль программа нигеҙендә мәктәп эргәһендә хоккей майҙансығы төҙөлгән, спорт тренажерҙары урынлаштырылған.

– Былтыр декабрь айында бөтә Шығай халҡы күптән көткән, иҫтәлекле, тарихи ваҡиға булды – мәктәбебеҙгә ауылдашыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов исеме бирелде.
Герой исемен йөрөтөү ғорурлыҡ тойғоһо менән бергә ҙур яуаплылыҡ та талап итә, шуға күрә артабан да һынатмаҫбыҙ, – тине мәктәп директоры Исмәғил Әбүталипов.

«БАШҠОРТОСТАН» гәзите, 9 ИЮНЬ, 2020 йыл.